0%

Әйһәйлүк (йыр)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
ӘЙҺӘЙЛҮК
автор Халыҡ йыры
Ижад итеү ваҡыты: Билдәһеҙ.


ӘЙҺӘЙЛҮК


Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам,
Әйһәйлүк,
Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, ай һәүкәләп,
һәпем, һәпәүләкәйем.
Бер аҙ ғына тороп һөйләшкәнсә,
Әйһәйлүк,
Ҡарт инәһе йөрөй шул, ай һәүкәләп,
һәпем, һәпәүләкәйем.
Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды,
Әйһәйлүк,
Ҡыҙҙар һорай сәсмәүҙә, әй, суғына,
һәпем, һәпәүләкәйем.
Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды,
Әйһәйлүк,
Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма,
һәпем, һәпәүләкәйем.



Йырҙың тарихы

Элегерәк заманда Икенсе Бөрйән ырыуы Мостай ауылында бер һыҙма мыйыҡлы һылыу йәш егет булған. Шаян да, hүҙгә лә оҫта, йырға ла шәп икән, ти. Егет сағында бер йәш кенә сибәр кыҙға ғашиҡ булып, уны hәp ваҡыт күргehe килеп йөрөгән. Әммә ҡыҙҙы тап килтереп һөйләшеү бик үк еңел булмаған. Шуға ҡарата шаян йыр ҙа сығарған, хатта.

Бының шаянлығы ғүмергә китә. Һөйгән ҡыҙына өйләнеп, балалар атаһы булғас та, кешеләрҙе көлдөрөп, уларҙың күңелдәрен аса торған булған. Ҡатыны: "Хәҙер ҡартайып, балалар атаһы булып киттең, һыҙма мыйығың да aғapып, терпәйешеп бөттө, уҙең һаман шаяраһың", — ти икән. Шуға көйҙөң исемен: "Әйһәйлүк", йәки «Балалар aтahы» тип алыл китә булалар.